Ниңә конформистарҙан миңә килә ҡоҫҡо?
Флюгермэнды ташларға тотоп киңдән һоҫҡо?
Ғәҙеллек тантанаһын көтөү - үҫмер сифаты
Донъяға ышанысым бөттө... юҡтыр, алдаттым
Халыҡ ижады ғүмер буйы дөрөҫлөк маҡтай
Моғайын, шулдыр миңә шундай йоғонто яһай
Әллә инде һинең тәрбиәңме был, атай?
Ҡәләм ҡулда ниңә, әйтсе, ҡояш, болот, ай?
"әсәй һөтө менән һеңгәндер" тиергә әҙер
Буш хәбәр, ҡалған бәпестәр эсмәйҙәр хәҙер?
"ҡайҙа ҡултамғамды ҡуйырға?"
Тип һайрар ул ҡушылып уйынға
"һатлыҡмы ни?"- тиеп ғәйепләргә
Халҡым, хаҡлымы мин тартырға ептәрҙән?
Һалҡын мейе менән фекерләһәң
Аҡылым ҡалҡтымы ни ҡалған йәнлектәрҙән?