Һиҙелмәй үтеп китте беҙҙең мәктәп йылдары
Һуңғы ҡыңғырау инде яңғыраны
Баласағымдың булды һуңғы яҙы, яҙы, яҙы
Ләкин йөрәктә бит ҡалды һинең ҡараштарың
Бер ҡасан уларҙы мин онотмамын
Тәуге мөхәббәтем, һин тәүге наҙым
Ҡабат сирендәр бүләк итмәҫмен
Ирендәреңде башҡа үпмәҫмен
Һинең өсөн сәскәләр өҙмәҫмен
Яратамын тип башҡа әйтмәҫмен
Хәтеремдә һаҡланыр хәҙер инде мәңгегә
Ҡосағыма алғаным беренсегә
Яҙған йырҙарым да булды тик һиңә, һиңә, һиңә
Барыһы яҙылды тәрих битенә
Рәхмәтлемен тәүге саф хистәремә
Зинһар матурым йөрөт йөрәгеңдә, йөрәгеңдә
Ҡабат сирендәр бүләк итмәҫмен
Ирендәреңде башҡа үпмәҫмен
Һинең өсөн сәскәләр өҙмәҫмен
Яратамын тип башҡа әйтмәҫмен
Ҡабат сирендәр бүләк итмәҫмен
Ирендәреңде башҡа үпмәҫмен
Һинең өсөн сәскәләр өҙмәҫмен
Яратамын тип башҡа әйтмәҫмен